Өфө "Нур" татар дәүләт театры коллективы Туфан Миңнуллин әҫәре буйынса яңы эшкә тотондо. Сәхнәгә ҡуйыу өсөн билдәле драматургтың "Алты ҡыҙға бер кейәү" пьесаһы һайланды. Әҫәрҙе театрҙың баш режиссеры Байрас Ибраһимов сәхнәләштерә. Ҡуйыусы ижади команда ла билдәләнде: рәсссам - Альберт Нестеров, композитор - Ришат Сәғитов, хореограф - Рәмизә Мөхәммәтшина. Яңы тыуасаҡ спектакльдең жанрын режиссер лирик музыкаль комедия тип билдәләне. Рольдәрҙә труппаның билдәле артистары - Миңнинур Сәетова -Ғиззәтуллина, Финә Вәлиева, Гөлназ Мөхәммәдиева, Резеда Зарипова, Рушат Мөдәрисов, Лияна Хәертдинова, Айһылыу Ғүмәрова, Дамира Саетова, Рида Фахрисламова. Бәпәй үҫтерү ялынан һуң тамашасы үҙенең яратҡан артистары Зөһрә Шәрәфетдинова һәм Ирина Ғәниеваның яңы сәхнә эштәрен күрәсәк. Шулай уҡ йәш актерҙар Эльза Ибраһимова һәм Майя Ғөбәйҙуллина ла яңы рольдәре менән сығыш яһаясаҡ. Әҫәрҙең премьераһы йәйгә - ижад миҙгелен ябыу тантанаһы көндәренә билдәләнгән.