3 һәм 4 ноябрҙә Өфө «Нур» татар дәүләт театрының Кесе залында йәш башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың пьесаһы буйынса «Кредитҡа алынған ҡатын» спектакленең премьераһы була. Был – яҙыусының беренсе драматургик әҫәре.
Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, ҡуйыусы рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Нурия Ғәбиҙуллина, композиторы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореографы - Андрей Сорокин.
Бөгөн, һанлы технологиялар үҫешкән заманда, роботтар кешеләрҙең эшен ябайлаштырып һәм йәшәйеште уңайлыраҡ яһап ҡына ҡалмай, ихтыярһыҙҙан тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әүерелә бара. Улар көнкүрешкә генә түгел, хатта һөйөү хистәренә йоғонто яһай башланы. Бындай ҡатмарлы хәл менән спектаклдең төп геройы осраша. Хәләл ефете менән икһеҙ-сикһеҙ ыҙғыштарҙан арып, ул «тыңлаусан» ҡатын һатып алырға хәл итә. Мажаралы комедия көлдөрә лә, уйға ла һала.
Спектакль киске сәғәт 7-лә башлана.