25 апрелдә Ҡазан ҡалаһында Өфө "Нур" татар дәүләт театрының гастролдәре башланды. Асыу тантанаһы Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында уҙҙы, унда сәләмләү телмәре менән Татарстан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ленар Хәкимйәнов, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова һәм "Нур" театры директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин сығыш яһаны.
Гөлдәр Хәмитова был гастролдәрҙең мөһимлеген билдәләне, барыһын да үтеп киткән Ураҙа байрамы менән ҡотланы, артистарға уңыштар теләне һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын тапшырҙы. Рәсми өлөштә шулай уҡ Татарстандың театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергән Өфө артистарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Тамашасылар Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сәүиә Сираеваны дәррәү алҡышлап ҡаршы алды. Уға көн элгәре татар ҡатын-ҡыҙҙары форумында «Дуҫлыҡ» ордены тапшырылды. Бындай юғары наградаға ул театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ уңышлы ижади эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булды.
Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлназ Мөхәмәҙиева "Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды.
Татарстан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары менән театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Йыһаншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рида Фәхрисламова һәм Ирина Ғәниева, театр артисы Сулпан Раянова бүләкләнде.
Гастролдәр Зифа Ҡадированың китабы буйынса ҡуйылған «Фатима» спектакле менән башланды. 26 апрелдә Ғәлиәскәр Камал исемендәге театр сәхнәһендә - «Хыял йорто» йәштәр комедияһы. Уны «Нур» театрына махсус рәүештә драматург Илгиз Зәйниев яҙған. 27 апрелдә артистар Мөҙәрис Багаевтың «Бер ваҡыт ҡалала» комедияһын тәҡдим итә. Шулай уҡ 26-27 апрелдә кесе залда Мансур Ғиләжевтең «Көлмәгеҙ, мин үләм» комедияһы була. Гастролдәр 28 апрелдә Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһы менән тамамлана.