25 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы һәм Баймаҡ районы хакимиәте булышлығында республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров етәкселегендә «Саптар» өлгөлө хореография студияһының тәүге концерты була.
Баймаҡ ҡалаһының «Саптар» өлгөлө хореография студияһы - хореография сәнғәте өлкәһендә перспективалы, үҫешеүсе мәктәп, бында бәләкәйҙән алып балаларға патриотик тәрбиә бирәләр.
Студияла 4-15 йәштәрҙәге балалар шөғөлләнә. Тәрбиәләнеүселәр йыл һайын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстарында, фестивалдәрендә Баймаҡ районы һәм тотош республикабыҙ мәҙәниәте менән таныштыра. Студия Мәскәү (лауреат, дәрәжә лауреат), Санкт-Петербург (Гран-При), Сочи (Гран-При), Туапсе (Гран-При) һәм башҡа ҡалаларҙа алдынғы урындарҙы яула.
Саптарҙар йыл һайын үҙ ҡалаһында отчет концерты бирә, унда 250-нән ашыу бала 20-30 номер күрһәтә.
Бөгөн «Саптар» өлгөлө хореография студияһы концерт программаһы әҙерләй һәм баш ҡалаға үҙенең иң сағыу бейеү номерҙарын килтерергә планлаштыра һәм һәр барыһын да бейеү донъяһына саҡыра.
Инеү ирекле!