Өфө театрҙары йәнә “Алтын битлек 2015-2016” премияһы номинанттары исемлегенә ингән

Өфө театрҙары йәнә “Алтын битлек 2015-2016” премияһы номинанттары исемлегенә ингән
Күптән түгел генә “Алтын битлек 2015-2016” Рәсәй милли премияһының номинанттары билдәле булды. Ҡыуаныслы мәғлүмәт төп театр премияһының рәсми сайтында http://www.goldenmask.ru/fest.php?year=22&area=177 баҫылып сыҡты.

“Алтын битлек 2015-2016” Рәсәй милли премияһына Рәсәйҙең 25 театры номинанттар исемлегенә ингән, улар араһында Өфө ҡалаһы ла бар. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры “Опера сәнғәте” номинацияһында башҡала исемен яҡлаясаҡ.

Театр бер юлы 5 номинацияға тәҡдим ителгән. Иң яҡшы һәм уңышлы Рәсәй операһы исеменә 13 спектакль көс һынашасаҡ, улар араһында Башҡорт дәүләт һәм опера театры сәхнәләштергән «Геракл» и «Орлеанская дева» опералары.

Театрҙың дирижеры Артем Макаров “Геракл” спектакле өсөн “Иң яҡшы дирижер эше” номинацияһына тәҡдим ителгән. Шулай уҡ премияға дәғүә итеүселәр исемлегендә опера солистары Диләрә Иҙрисова һәм Надежда Бабинцева бар.

“Алтын битлек” эсперттары тарафынан лонг-лист (билдәле спектаклдәр исемлегенә) М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Айрат Абушахманов ҡуйылышындағы “Джут” спектакле ингән.

Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, былтыр Айрат Абушахманов режессерлығында “Ҡара йөҙҙәр” спектакле “Алтын битлек” премияһына лайыҡ булғайны. Премия “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссәм” номинацияһында Альберт Нестеровҡа тапшырылды.

Театр эксперттары Рәсәй региондары буйлап 614-кә яҡын спектакль ҡарап өлгөргән, баһалы һығымталар оҙаҡ көттөрмәҫ.
“Алтын маска” премияһын тапшырыу тантанаһы Мәскәү ҡалаһында 2017 йылдың 19 апрель көнө К.С. Станиславский и Вл.И. Немирович-Данченко исемендәге Музыка театры сәхнәһендә уҙасаҡ.



 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb