Фестиваль алдағы аҙнала Башҡорт дәүләт филормонияһында үтә. Халыҡ-ара конкурста Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Молдова, Саха-Якут,Ҡырым, Тыва, Хакасия республикаларынан башҡарыусылар ҡатнаша. Сара халыҡ-ара "Евразия йөрәге" фестивале сиктәрендә уҙа. 28 майҙа Өфө амфитеатрында, Конгрес-холл янындағы майҙанда, "Этнотөн" исемле тамаша була. Унда Башҡортостан данын “Ятаған”, “Саптар”, “Байымбәт”, ”Тархан” төркөмдәре яҡлаясаҡ.