Өфө урамдарында Рәсәй фильмдарынан һүҙҙәр яҙылған баннерҙар барлыҡҡа килде. Салауат Юлаев проспектында, Баҡалы, Пушкин һәм башҡа урамдарҙа совет һәм Рәсәй фильмдарында яңғыраған ҡанатлы һүҙҙәрҙе күрергә мөмкин. Улар — Леонид Гайдайҙың «Бриллиант ҡул», «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра» комедиялары, Сергей Бодровтың «Брат-2» һәм Оксана Бычкованың «Питер FM» фильмдары. Һәр баннерҙа «Беҙҙең ғәҙел кино», «Беҙҙең яҡшы кино», «Беҙҙең дөрөҫ кино», «Беҙҙең матур кино» слогандарының береһе яҙылған.
«Рәсәй киноһы — ул ниндәйҙер изге, яҡты һәм яҡын. Цитаталарҙы ла шунан сығып һайланыҡ», — тине «UFAGRA» агентлығының креатив директоры Дмитрий Левашов.
«Ҡала рекламаһы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһында хәбәр итеүҙәренсә, баннерҙар буш, коммерция фирмалары һатып алмаған щиттарҙа урынлаштырыла. «Башҡортостан» киностудияһына ла башҡорт фильмдарынан фекерҙәр тәҡдим итеү тураһында һорау ебәрелгән.
Баннерҙар илдә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылына арналған. 2015 йылда республиканың баш ҡалаһын яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ҡанатлы һүҙҙәре биҙәне.