Өфө журналисының фильмы Халыҡ-ара христиан киноһы фестиваленең дипломын алды

Өфө журналисының фильмы Халыҡ-ара христиан киноһы фестиваленең дипломын алды

Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Ирина Миңлеғәлиеваның фильмы «Невский Благовест» Х халыҡ-ара христиан киноһы фестиваленең дипломын яуланы. «Икенсе мөмкинлек» исемле фильм — Өфөлә йәшәгән Дмитрий Молев тураһында. Дауыллы 90-сы йылдарҙа уңышлы эшҡыуар булған, күңелле тормош алып барған. Әммә бер көндө ул автоһәләкәткә осрай. Эргәһендә ултырған дуҫы һәләк була. Геройҙың күҙ алдынан бөтә тормошо үтә һәм ул дөрөҫ йәшәмәгәнлеген аңлай. Ошо мәлдә ул: «Һиңә икенсе мөмкинлек бирәм», — тигән тауыш ишетә. Әлеге ваҡытта Дмитрий Молев — күп балалы атай. Яңыраҡ уның һигеҙенсе балаһы тыуған. Ул — «Уфимский иконостас» артеле директоры, бында эшләнгән әйберҙәр сиркәүҙәрҙе һәм ҡорамдарҙы биҙәй. Гуманитар ярҙам менән бер нисә тапҡыр Донбасҡа барған. «Фильмдың Санкт-Петербургтағы Дәүләт тарих музейында күрһәтелеүенә бик шатмын, — ти фильм авторы. — Мин ошо ҡаланы бик яратам, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бында минең әсәйем донъяға килгән. Сираттағы бомбаға тотоуҙан һуң өләсәйем яңы тыуған ҡыҙын таш өйөмөнән табып алған. Һуңынан ғаилә хәрби завод менән Өфөгә эвакуацияланған. Өләсәйемдең ике туғаны блокадалы Ленинградта тороп ҡалған. Өйөмдә Ленинградтан һарғайып бөткән өс мөйөшлө хаттар һаҡлана». Конкурсҡа Рәсәй, Украина, Эстония, Латвия, Сербия, Финляндия, Германия һәм башҡа илдәрҙән 400-гә яҡын ғариза килгән. Фестивалдең маҡсаты — башҡа төрлө диндәрҙең өҫтөнлөктәре йәки етешһеҙлектәре тураһында һөйләү түгел, ә дин тотоу кешеләрҙе нисек үҙгәртеүен, изгелеккә һәм түҙемлеккә өйрәтеүен тикшереү. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb