Өфө ҡалаһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре үтәсәк

Өфө ҡалаһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре үтәсәк

Тиҙҙән 11 – 13 мартта Өфө ҡалаһында Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең гастролдәре үтәсәк.

11 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Өфө тамашасылары “Урал легендалары” мюзиклын күреп ҡыуаныр. Артабан тамашалар “Нур” татар дәүләт драма театры сәхнәһендә уҙасаҡ. 12 мартта Мөхәмәтша Буранғоловтың бынан бер быуат элек сәхнәләштерелгән данлыҡлы “Ашҡаҙар” музыкаль драмаһы тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ Спартак Ильясовтың “Биғылый” романы буйынса сәхнәләштерелгән тамашаһынан ситтә ҡалмағыҙ. Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb