3 – 10 апрелдә Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Шарджи ҡалаһында үтәсәк фестивалдә Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡатнашасаҡ. Был көндәрҙә унда XVIII «Шарджи мираҫы көндәре» фестивале уҙасаҡ.
– Был фестивалдә былтыр ҡатнашырға тейеш инек, әҙерләнә лә башлағайныҡ, әммә пандемия сәбәпле барып булманы. Килешеү үҙ көсөндә ҡалды, һәм фестивалдең ойоштороусылары беҙҙе быйыл йәнә саҡырҙы. Саҡырыусы яҡ юл хаҡы, туҡланыу, йәшәү өсөн барлыҡ сығымдарҙы үҫ өҫтөнә алды, шулай уҡ эпидемиологик хәлдәргә бәйле хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙе гарантиялай, – ти «Мираҫ» ансамбле директоры Байрас Ишбердин.
Фестивалдә ундан ашыу ил ҡатнашасаҡ: Рәсәй, Ҡаҙағстан, Беларусь Республикаһы, Черногория, Һиндостан, Испания, Сирия, Төньяҡ Македония, Болгария, Ливан, Ираҡ, Тажикстан, Йемень Республикаһы. «Мираҫ» ансамбле Рәсәй һәм Башҡортсотан исеменән сығыш яһаясаҡ, фестивалгә башҡорт, рус бейеүҙәрен һәм музыкаль композициялар алып барасаҡ. Сараның төп талаптарының береһе – тере тауышҡа сығыш яһау, шуға күрә фестивалгә бейеү төркөмө һәм оркестр барасаҡ.
«Шарджи мираҫы көндәре» – ул халыҡ-ара фестиваль, һәр яҙ Шарджи ҡалаһының тарихи үҙәгенә һәм илдең башҡа ҡалаларында үтә.