Өфө ҡала Хакимиәтенең матбуғат үҙәге хәбәр итеүенсә, һәр шәмбе «Тулҡын» скверында асыҡ һауала концерттар үтә. Йәйге сәхнә эстраданың йәш башҡарыусылары сығыш майҙансығынан- профессиональ артистар майҙансығына әүерелде.
Үткән шәмбе, 2 сентябрь көнө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы, халыҡ-ара һәм төбәк конкурсы лауреаты Фларида Иркина «Тулҡын» сәхнәһендә сығыш яһаны. Байрамда башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә йырҙар яңғыраны. Сарала шулай уҡ йәш йырсылар: Айҙар һәм Рөстәм Ғобәйҙуллиндар, Гүзәл Шакирова, Карина Исмәғилеваның ижады менән танышыу мөмкинселеге булды.