Өфөгә CIOFF ® президенты Филипп Боссан килде

Өфөгә CIOFF ® президенты Филипп Боссан килде

Өфө аэропорты VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршы алыуын дауам итә. Бөгөн, 1 июлдә, Өфөгә донъяның 16 иленән: Панама, Һиндостан, АҠШ, Мексика, Перу, Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстония, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария һәм Индонезиянан – ижади коллективтар килде.

Республикаға рәсми сәфәр менән Халыҡ-ара фольклор фестивалдәр һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары CIOFF® советы президенты Филипп Боссан да килде. "Башҡортостан, Өфө, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия ваҡытында был айырыуса еңелдән булманы. Беҙ Өфөнө һайланыҡ, сөнки төбәктә бындай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороуҙа тәжрибәнең ҙур булыуын беләбеҙ. Фестивалдең 40-ҡа яҡын илде туплауына һәм был ҙур проектты бергәләп башҡарыуыбыҙға шатбыҙ ", – тип уртаҡлашты CIOFF ® президенты.

Бынан тыш, фольклориадала CIOFF ® Рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи һәм ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил ҡатнаша. Бөтә донъя фольклориада дүрт йылға бер уҙғарыла. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә донъяның 37 иленән 1100-гә яҡын артист ҡатнашлығында уҙа. Фестиваль программаһы Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһының 22 муниципалитетында ҡаралған.

 

Фото:Рәмил Нафиҡов.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb