«Еңеү паровозы» ретро-составына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техника ҡуйылған платформалар һәм Үлемһеҙ полктың пассажир вагондары ингән. Составтың алдынан «Лебедянка» паровозы барасаҡ. Куйбышев тимер юлында ойошторолған «Еңеү паровозы» байрам турының оҙонлоғо - 2,5 мең километр.
Байрам туры үҙ эсенә магистралдең 7 станцияһын үҙ эсенә ала: Өфө, Бөгөлмә, Яр Саллы, Үҙәк Ульяновск, Рузаевка, Пенза-1 һәм Һамар.
«Еңеү паровозы» Өфө тимер юл вокзалына 29 апрелдә иртәнге 11-ҙә килә.
Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары хәрби экспонаттар эргәһендә фотоға төшә һәм 1945 йылда фронттан ҡайтҡан һалдаттарҙы ҡаршылау сараһын реконструкциялауҙы ҡарай ала. Был көндә станцияла «Георгий таҫмаһы» акцияһы һәм байрам концерты үтәсәк.