Өфөгә Фольклориаданың тәүге делегаттары килде

Өфөгә Фольклориаданың тәүге делегаттары килде

Бөгөн баш ҡалабыҙ аэропортында VI Бөтә донъя Фольклориадаһының тәүге ҡунаҡтарын ҡаршыланылар. Панама, Һиндостан, АҠШ, Мексика, Перуҙың ижади коллективтарын ҡурай моңдары солғанышында республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар ҡаршылап, башҡорт сәк-сәге менән һыйланы.

Сит ил вәкилдәре шат кәйеф, ҙур тулҡынланыу менән Башҡортостан еренә аяҡ баҫа. Рәсәй тигән оло илде, уның  хозур бер төбәген улар ғүмерҙәрендә тәүгә күрә, шуға ла хис-тойғолары, тәьҫораттары ташып бара.

Мексика ҡунаҡтары матрешка янына үҙҙәренең милли ҡурсағы төшөрөлгән футболкаларын күрһәтте. “Сәк-сәк” сит ил ҡунаҡтары өйрәнеп алған беренсе башҡорт һүҙе булды. Рәхмәт йөҙөнән ҡунаҡтар рус телендә бер нисә йыр йырлап ишеттерҙе. Ҡурай моңона ҡушылып, үҙҙәренең музыка ҡоралдарында ла уйнап ебәреүселәр булды.

Фольклориада делегаттары пандемияға бәйле ҡаты талаптарҙы үтәргә тейеш, тип яҙғайныҡ инде. Уларҙың ПЦР-тестҡа бирелгән справкаларын тикшереп, термометрия үткәрҙеләр. Ковид булмауын раҫлаған белешмәләрҙе алыр өсөн Рәсәйгә килерҙән өс көн алда ғына анализ тапшырыла. Сит ил вәкилдәре менән бәйләнештә эшләргә тейеш кешеләр ҙә был талаптарҙы ныҡлы үтәргә бурыслы.  

Фольклориадала ҡатнашҡан сит ил вәкилдәренә айырым автобустар ҡаралған. Улар шул транспортта ғына йөрөй ала, был да санитар-эпидемиология ҡағиҙәләрен күҙәтер өсөн эшләнә. Фестивалдең ирекмәндәре ҡунаҡтарҙы үҙҙәренә тәғәйенләнгән автобустарға оҙатты. Улар “Азимут”, “Урал тау” ҡунаҡханаларына, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына, “Президент-отель”гә урынлаштырылды.

Өфөгә ҙур фольклор йыйынында ҡатнашыусылар  килеүен дауам итә. Иң тәүге килеүселәр араһында шулай уҡ Боливия, Румыния, Фәләстан, Ҡырғыҙстан, Эстония вәкилдәре, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезия ҡунаҡтары көтөлә. CIOFF® президенты Филлип Боссан, ойошма рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи, ЮНЭСКО вәкиле Артур Антил да Башҡортостанға килеп етергә тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: VI Бөтә донъя фольклориадаһы баш ҡалабыҙҙа 3 июлдән 10-ына ҡәҙәр үтә. Иртәгә “Өфө-Арена” боҙ һарайында донъялағы иң ҙур фольклор фестивален асыу тантанаһы көтөлә. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйткәненсә, сағыу тамашала 800-ҙән ашыу артист ҡатнашасаҡ.

Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы аэропортта ҡаршылау мәленән фотоһүрәттәрҙе ошо һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин: https://vk.com/album-32478494_278495053 .

Өфөгә Фольклориаданың тәүге делегаттары килде
Өфөгә Фольклориаданың тәүге делегаттары килде
Өфөгә Фольклориаданың тәүге делегаттары килде

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb