Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыялар

Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамғалар йыялар

Өфө ҡалаһының тарихы музейы баш ҡалабыҙға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында ҡултамғалар йыя башланы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө илдең мөһим тыл үҙәгенә әйләнә. Бында бик күп дәүләт ойошмалары, хатта Коммунистик интернационал башҡарма ккомитеты күсерелә. 40-ҡа яҡын сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана.

Өфө халҡы һуғыш техникаһын һәм ҡоралдар етештереү өсөн ҙур өлөш индерҙе. Шулай уҡ улар йыйған иғәнәгә «Башҡорт истребителе», «Башҡортостан нефтсеһе», эскадрильялары, БАССР-ҙың 25 йыллығы исемендәге авиаподразделениеһы, «Башҡортостан элемтәсеһе», «Башҡортостан пионеры» танк колонналары дошманға ҡаршы көрәште.

Хәҙер Өфө халҡы Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән туғандарының исемен мәңгеләштерә ала.

14 йәштән өлкән республиканың барлыҡ кешеләре акцияла ҡатнаша һәм ҡултамғаһын музейҙа ҡалдырырға мөмкин.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb