Өфөгә “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарарға Ярослава Пулинович килә

Өфөгә “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарарға Ярослава Пулинович килә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 30 ғинуар көнө Гүзәл Яхинаның “Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен ҡарарға Екатеринбург ҡалаһынан билдәле Рәсәй драматургы, спектаклдең инсценировка авторы Ярослава Пулинович киләсәк.

Ярослава Пулинович – драматург Николай Коляданың уҡыусыһы, Рәсәй Театр сәнғәте эшмәкәрҙәре союзы стипендиаты. Уның пьесалары Европа һәм Рәсәй илдәренең күп кенә сәхнәләрендә бара.

Иҫегеҙгә төшөрөп уҙайыҡ, быға тиклем режиссер Айрат Абушахманов 2014 йылда Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектаклен сәхнәгә сығарғайны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb