Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы “Ҡаршылыҡтарһыҙ маршрут” проектын тормошҡа ашырасаҡ

Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы “Ҡаршылыҡтарһыҙ маршрут” проектын тормошҡа ашырасаҡ

Башҡортостан республикаһы хөкүмәтенең ҡарары буйынса, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә республика башлығы грантын юллау конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Еңеүселәр араһында Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы ла бар. Уның проекты “Ҡаршылыҡтарһыҙ маршрут” – һуҡырҙарҙы сенсор телефондар, навигаторҙар менән ҡулланырға өйрәтеү.

Һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы 550 инвалидты хеҙмәтләндерә. Филиал микрорайондың мәғариф-мәғлүмәт, ял итеү үҙәге булып тора.

Ғилми-техник прогресс кешеләр тормошонда мөһим роль уйнай. Һуҡырҙар өсөн бигерәк тә кәрәкле нәмә. Күрмәгән кешегә тирә-йүндә йүнәлеш табып китеүе ҡыйын. Шуға ла уға йә тауыш, йә тактиль ярҙам кәрәк. Навигацион мөмкинлектәр уға бында ныҡ ярҙам итә ала.

Был проект та һуҡырҙар өсөн йүнәлтелгән. Филиал базаһында курстар ҙа үтәсәк. Шулай уҡ был проект һуҡырҙарҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһының тарихи-мәҙәни сығанаҡтарҙы өйрәнеүҙе лә маҡсат итеп ҡуйған.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb