“Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы хәбәр итеүенсә, 7 июнь көнө киске 7-лә Салауат Юлаев һәйкәле янында үҙенсәлекле флешмоб үтәсәк. Сара “100 йыллыҡҡа - 100 ҡурайсы” исеме аҫтында үтәсәк.
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын һәр кем үҙенсә билдәләргә тырыша. Дәүләт власы органдары,йәмәғәт ойошмалары, айырым райондар, ҡалалар 100 шәхес, 100 объек һәм башҡа саралар уҙғара.
Бер быуатлыҡ юбилейҙан сәнғәт тә ситтә ҡалмай. Акцияға килгән профессиональ йәки һәүәҫкәр ҡурайсылар барыһы бергә башҡорт халыҡ көйө “Урал”ды башҡарасаҡ. Был турала социаль селтәрҙәр хәбәр итә.