Өфөлә 8-12 июндә ”Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Өфөлә 8-12 июндә ”Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк

Ошо көндәрҙә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален үткәреү программаһы билдәле булды. Фестиваль  Өфө амфитеатрында 8-12 июндә уҙғарылысаҡ.

Ғәҙәттәгесә өфөлөләрҙе һәм уның ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле программа көтә.

8 июнь- Башҡортостандың Милли симфоник оркестры ҡатнашлығында «Симфоник төн».

9 июнь- «Этнотөн» һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме байрамы.

10 июнь- Йәштәр симфоник оркестры менән «Симфоник төн».

11 июндә «Ufa-KuraiFest» проекты менән республиканың төбәк бренды – ҡурай фестиваль кисәһенең төп геройы була.

Ә 12 июндә фестиваль марафоны  гала-концерт менән тамамланасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb