Өфөлә һәләтле балаларҙың “Ал сәскә” беренсе республика телевизион конкурсына һайлап алыуҙың икенсе туры үтте. Бәйгелә 200-гә яҡын йырсы, музыкант һәм бейеүсе ҡатнашҡан.
Өфө ҡалаһынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән, мәҫәлән, Ғафури, Учалы, Хәйбулла райондарынан да ҡатнашыусылар бихисап. Икенсе һайлап алыу туры һөҙөмтәләре 3 июнь билдәле буласаҡ.
Жюри составына 15 кеше ингән, улар араһында республиканың халыҡ артисы Азат Айытҡолов, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы директоры Олия Вилданова, В. Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайының художество етәксеһе Елена Долгих, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең баш балетмейстеры Елена Голубкина.
Еңеүселәр инструменталь башҡарыу, вокал һәм бейеү номинациялары буйынса билдәләнәсәк. Иң-иңдәр 3 июнь көнө Башҡорт опера һәм балет театрында гала-концертта ҡатнашасаҡ.
Сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Ал сәскә» бәйгеһенең финалистарыГеленджикка ял итеү һәм Өфөләге Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына йәки Урта махсус музыка колледжына имтиханһыҙ инеү мөмкинлеге буласаҡ.
Ойоштороусылар тарафынан тамашасылар һөйөүе призы булдырылған, был баһаға эйә булыусы балаға «Артек»ка юллама тапшырыласаҡ. Еңеүсене билдәләү өсөн gtrk. tv сайтына инеп, оҡшаған конкурсантҡа тауыш бирергә кәрәк.
«Ал сәскә» беренсе һәләтле балалар телевизион республика конкурсы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы башланғысы менән ойошторолған.