14 февралдә “Рәсәй” медиаүҙәгендә VI «Владимир Спиваков саҡыра...» Бөтә Рәсәй фестивален уҙғарыуға арналған матбуғат конференцияһы уҙҙы. Музыкаль ваҡиға тураһында Башҡортостан Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин һөйләне.
Донъяның иң яҡшы коллективтарының береһе — СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО-ның донъя артисы маэстро Владимир Спиваков етәкселегендә Рәсәйҙең Милли филармония оркестры республика ҡалаларында өс концерт бирә: икәүһе - Өфөлә һәм берәүһе - Салауат ҡалаһында.
Билдәле булыуынса, Өфө - Владимир Спиваковтың тыуған ҡалаһы. Салауат ҡалаһында иһә 2014 йылдан маэстро Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе эшләп килә.
Проект Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре" программаһы сиктәрендә бойомға ашырылған.