Өфөлә "Арт-Ҡоролтай" форумы үтте

Өфөлә "Арт-Ҡоролтай" форумы үтте

25 мартта Өфөләге «Торатау»  Конгресс-Холында “Арт- ҡоролтай”  мәҙәни форумы үтте.  Форум быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо һәм мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим стратегик мәсьәләләрҙе хәл итеү, һөнәри оҫталыҡты камиллаштырыу, иң яҡшы тәжрибә һәм эксперименттарҙы уртаҡлашыу майҙанына әүерелде.

Сараның пленар ултырышы “Мәҙәниәт берләштерә” тигән темаға арналды. Ултырышты Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова асты. “Тыуған ер ҡайҙан башлана? Һәр кемдең тәүгә аяҡ баҫҡан ерҙән, иң йылы һәм ҡәҙерле ерҙән. Мәҙәниәт – берләштерә. Тәү сиратта ысын кеше булыу мәҙәниәтенә өйрәтә”, - тип башланы ул үҙенең сығышын.

Сараға бөгөн Башҡортостан район һәм ҡалаларынан 700-ҙән ашыу кеше килде, Рәсәйҙең биш төбәгенән делегациялар ҡушылды. Онлайн-трансляцияны меңләгән кеше ҡараны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәү сиратта мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә атҡарылған хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

-  Йыл дауамында бындай состав менән осрашҡаныбыҙ юҡ ине. Беҙҙең быуынға ошондай ҡатмарлы заманда йәшәргә тура килде. Тәүҙә пандемия осорон кисерҙек. Әле санкцияларға бәйле ауырлыҡтарҙы лайыҡлы үткәреп ебәрергә тейешбеҙ. Ауыр саҡта беҙҙең халыҡ киреһенсә, берләшеп эшләй. Былтыр Рәсәй, донъя кимәлендәге ҙур сара – фольклориаданы үткәрҙек. Ошо күләмле сараны ойоштороуҙа һәр кемегеҙҙең өлөшө ҙур булды, - тине Радий Хәбиров. – Уҡытыусылар үҫеп килгән быуындың белеме өсөн көрәшһә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта уларҙың күңеле өсөн көрәшәһегеҙ. Бергәләп беҙ үҫеп килгән быуынды илһөйәр итеп тәрбиәләрбеҙ тип ышанам. Мәҙәниәт өлкәһендә күпте эшләнек. Полярник Аблаевтың музейын астыҡ. Ошо урында музейҙар комплексы булдырыу тураһында уйландыҡ һәм “Ҡайтарылған исемдәр” музейын асырға ниәтләйбеҙ. Бында мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгән кешеләрҙең, һуғыш батырҙарының исемдәрен туплаясаҡбыҙ. Тиҙҙән баш ҡаланың Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле асыласаҡ, Салауат районының үҙәге Малаяҙда Салаут Юлаевҡа һәйкәл комплексын үҫтерәсәкбеҙ, иртәгә Бүздәк районында Мулләғәле Халиковтың һәйкәле асыласаҡ. Күптән түгел Донбаста эш сәфәре менән булдыҡ. Генерал Шайморатовты бында хөрмәт итәләр һәм хәтерләйҙәр. Быларҙың барыһы ла мөһим. Беҙ бер ваҡытта ла сикләүҙәр ҡамауында ҡалмаясаҡбыҙ. Беҙҙең ынтылыштар көслө, алға әйҙәгән маҡсаттарыбыҙ күп.

Быйыл өс төп театрыбыҙға ярҙам йөҙөнән  миллион һум аҡса бүленәсәк. Был аҡса яңы постановкаларға тотоноласаҡ. Уның һөҙөмтәһен шунда уҡ күрәсәкбеҙ. Башҡортостан киноматографияһының үҫешеүен билдәләп үткем килә. Айнур Асҡаровтың былтыр ике фильмы Рәсәй киңлектәренә сыҡты: “Өс таған” һәм “Йыл ғаиләһе”.

Күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрбеҙ өсөн мәҙәни үҙәктәр булдырасаҡбыҙ. Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейын үткәреү бурысы тора, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәргә маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.

Пленар ултырыштан һуң төрлө темаларға арналған секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, практик семинарҙар үтте.

Форумда бер нисә күргәҙмә эшләне. “Евразия халыҡтарының эпик мираҫы” Рәсәйҙә мәҙәни мираҫ йылына, “Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов “ әҙиптең 90 йыллыҡ юбилейына арнала. Милли музейҙа иһә Арт-Ҡоролтай сиктәрендә “Алтын кеше” күргәҙмәһен асыу тантанаһы үтте. Ҡаҙағстан милли музейы бойомға ашырған ”Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап сәйәхәте” уникаль проекты әлегә 20 илдә танытылған. Боронғо донъя һәм урта быуаттар сәнғәте ҡомартҡылары Фондынан алынған 150 һын дала мәҙәниәтен танытҡан билдәһеҙ оҫталар яһаған өлгөләрҙең бер кесе өлөшө генә. Өфөлә күргәҙмә 26 майға тиклем асыҡ.

Күрше республика делегацияһы Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан вәкилдәре менән бер рәттән Арт-Ҡоролтай форумында ҡатнашты.

Мәҙәниәт йәнә берләштерҙе. Етәкселәр һәм белгестәр Арт-Ҡоролтайҙа тәжрибә уртаҡлашып, фекер алышып ҡына туҡтаманы, эшлекле килешеүҙәр төҙөп стратегик мәсьәләләрҙе артабан хәл итеү йүнәлештәрен раҫланы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb