Өфөлә арҙаҡлы шәхесебеҙ - Рәми Ғариповты хөрмәтләп иҫкә алдылар

Өфөлә арҙаҡлы шәхесебеҙ - Рәми Ғариповты  хөрмәтләп иҫкә алдылар

Мәшһүр шағир Рәми Ғарипов 1932 йылдың ҡарлы-буранлы 12 февралендә донъяға килгән һәм ҡабатланмаҫ ижады менән халҡы йөрәгендә мәңгелеккә уйылып ҡалған.
Арҙаҡлы шәхесебеҙҙе Өфөлә хөрмәтләп иҫкә алдылар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары һәм билдәле әҙиптәр уның ҡәберенә сәскәләр һалды, хәтирәләре, фекерҙәре менән уртаҡлашты. 
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин: “Беҙ йәштәрҙе тап Рәми Ғарипов рухында, уның ижады өлгөһөндә тәрбиәләргә тейешбеҙ!” – тине. Филология фәндәре докторы, ғалим Тимерғәле Килмөхәмәтов Рәми ағайҙы уҡытыусыһы булараҡ хәтергә алды, рәхмәттәрен әйтте. Республиканың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева шулай уҡ бергә эшләгән йылдары иҫтәлектәрен еткерҙе, журналист һәм әҙәбиәтсе һөнәрҙәренең үҙенсәлектәрен Рәми ағайҙан өйрәнеүен билдәләне. 
Шағирә Лариса Абдуллина  үҙ сығышында Рәми Ғариповтың милләттең рухи юлбашсыһы булыуы, бары тик уға ғына үҙе арабыҙҙан киткәндән һуң халыҡ шағиры исеме, Салауат Юлаев исемендәге премия күмәк көс менән бергәләп юллап алып бирелгәне хаҡында әйтте. 

Бөгөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бөйөк шағир Рәми Ғариповтың һүнмәҫ рухына, тормош һәм ижад юлына бағышланған - «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт" спектаклен тәҡдим итә.Рәхим итегеҙ!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb