Өфөлә Ағиҙел ярында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы

Өфөлә Ағиҙел ярында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы

12 июндә Рәсәй көнөн, Өфө ҡалаһы көнөн һәм Салауат Юлаевтың тыуған көнөн байрам итеү сиктәрендә Ағиҙел йылғаһы буйында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы.

Байрам йылға навигацияһы һәм бәләкәй авиация парады менән асылды. Бер үк ваҡытта бөтә яр буйына урынлашҡан балалар һәм өлкәндәр өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләй башланы.

"СМАРТ-ӨФӨ" республика балалар белем биреү технопаркы ТехноКвест ойошторҙо. Бында өфөләр дрондар шоуын, робот бейеүҙәрен, коптерҙар ярышын, робот техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарай алды. Бынан тыш, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры менән ретро стилендә бейеү майҙансығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзалары һәм Өфөнөң йәш шағирҙары ҡатнашлығында асыҡ микрофон форматында майҙансыҡ ойошторолдо. Фестивалдә ҡатнашыусылар шулай уҡ шахмат һәм шашка буйынса Асыҡ турнирҙа көс һынашты.

Балалар өсөн Башҡортостан Республикаһының Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан "Ҡурсаҡтар кухняһы" һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан "Айболит һәм Бармалей" күңел асыу программалары ойошторолдо. Өфө ҡалаһы балалар китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы хеҙмәткәрҙәре төрлө хәрәкәтсән уйындар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы.

Сара дауамында сәхнәлә ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаны. "Киске уйын" киске күңел асыу майҙансығында тамашасылар башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт ҡараны, артистар менән бергә бейеүгә төштө. Сара популяр артистар - "Узорица", "ЕвроАзия", "Евгения Сафина", "Бишбармаҡ", "Ангелина Трофимец", МС Баш, Сергей Карпов һәм башҡалар ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланды. Концерттың хедлайнеры - легендар "Дәрүишхан" рок-төркөмө. Сараны БР-ҙың Республика халыҡ ижады үҙәге БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Өфө ғалаһы хакимиәте  булышлығында  ойошторҙо.

Өфөлә Ағиҙел ярында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы
Өфөлә Ағиҙел ярында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы
Өфөлә Ағиҙел ярында "Минең Рәсәй" республика фестивале уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb