Өфөлә «Байыҡ» балалар бейеү бәйгеһе үтә

Өфөлә «Байыҡ» балалар бейеү бәйгеһе үтә

Өфөлә өстән 15 йәшкәсә балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсына йомғаҡ яһайҙар. Иң яҡшы башҡарыусылар ҡатнашлығындағы гала-концерт 15 июлдә «Ватан» этнопаркында уҙа. Конкурс еңеүселәре менән бер сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ Чечня, Бүрәт, Татарстан Республикаһы һәм Түбәнге Новгородтың бейеү коллективтары сығыш яһай.

Рәсәйҙә «Бала саҡ ун йыллығы» алдынан гала-концерт тәүгә Башҡортостандың баш ҡалаһында — Өфөлә үткәрелә. Проекттың авторы һәм алып барыусыһы Рита Өмөтбаева әйтеүенсә, был ойоштороусыларға — Мәҙәниәт министрлығына, ҡала хакимиәтенә һәм Башҡортостан юлдаш телеканалына күберәк тамашасылар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

«Байыҡ-2017» балалар конкурс программаһында бөтәһе ике меңдән ашыу башҡарыусы ҡатнашты, һәм 300-ө генә финалға сыҡты. Улар иҫәбендә башҡорт бейеүен башҡарыусылар — Сорғот ҡалаһынан солист Фәнзил Шәйәхмәтов һәм Германиянан апалы-һеңлеле Дилә һәм Дания Циммермандар бар», — тип һөйләне Рита Өмөтбаева.

«Байыҡ» конкурсы — халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә башҡорт халыҡ бейеүен популярлаштырыуға йүнәлтелгән өҫтөнлөклө республика проекттарының береһе.

Туғыҙ йыл эсендә конкурс тамашасыларҙың һөйөүен яуланы һәм халыҡ-ара кимәлдәге фестивалгә әүерелде. Йыл һайын гала-концертҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм яҡын сит илдәрҙән бейеү коллективтары килә.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/1022407/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb