1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә «Торатау» конгресс-холында «Арт-Ҡоролтай. Балалар» форумы үтә. Проект Башҡортостан Республикаһында «Арт-Ҡоролтай» форум хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларға ярҙам итеүгә, уларҙы үҫтереүгә, киләсәктә һөнәр һайлай алырлыҡ һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән.
Тәүге «Арт-ҡоролтай. Балалар» 2021 йылда ойошторолдо. Ул шул уҡ исемдәге ололар форумы артынан уҙҙы. Уның девизы - «Йолаларҙы һаҡлап, киләсәк булдырабыҙ». Сарала 3 айҙан 16 йәшкә тиклемге малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Улар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
«Арт-Ҡоролтай. Балалар - 2022» форумының программаһында «Башҡортостан - Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш» конференцияһы; оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, кинопробалар үткәреү, интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар эше, ижади конкурстар еңеүселәрен бүләкләү һәм ҡотлау, шулай уҡ ҙур байрам концерты ҡаралған. Форум сиктәрендә креатив индустрия мәктәбен, урта махсус белем биреү учреждениеларын һәм мәҙәниәт өлкәһендәге юғары профессиональ учреждениеларҙы презентациялау ҙа үткәреләсәк.
Форумдың эшлекле программаһы «Хәҙерге ысынбарлыҡта матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу», «Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу» панель секцияларын, шулай уҡ «Тамырым башҡорт» балалар-үҫмерҙәр форумын берләштерә.