Өфөлә барлыҡ театрҙарҙы берләштергән «Театр яҙы» республика фестивале тамамланды

Өфөлә барлыҡ театрҙарҙы берләштергән «Театр яҙы» республика фестивале тамамланды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры хәбәр итеүенсә (http://bash.bashdram.ru) , күптән түгел Өфөлә барлыҡ театрҙарҙы берләштергән «Театр яҙы» республика фестивале тамамланды. Фестиваль үҙ маҡсатына иреште – театрҙың ижтимағи һәм мәҙәни тормоштағы роле баһалап бөткөһөҙ, республика театрҙары донъя һәм Рәсәй коллективтары менән бер рухта лайыҡлы ижад итә, идеяһы, замандаштарына, ватандаштарыбыҙға әйтер һүҙе бар, республикабыҙҙың һәр театр коллективы уникаль - был хаҡта фестивалдә ҡатнашыусы барлыҡ театр һәм йәмәғәтселек вәкилдәре, тамашасылар, юғары ҡунаҡтар, театр тәнҡитселәре билдәләне.

Еңеүселәр 9 номинацияла билдәләнде, шуға өҫтәп фестивалдең махсус приздары һәм дипломдары тапшырылды. Фестивалдә сығыш яһаусы барлыҡ коллективтарға ла «Фестивалдә ҡатнашҡан өсөн» дипломы бирелде. Ә еңеүселәргә приздар түбәндәгесә бүленде: “ Иң яҡшы спектакль” - “Ерҙәштәр” (М.Кәрим, реж. А.Федоров) -Салауат Башҡорт дәүләт драма театры спектакле.

“Иң яҡшы режиссерлыҡ эше ” - Илсур Ҡаҙаҡбаев - “Хыялға ҡаршы” спектакле өсөн (А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина).

Интернет- тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә тамашасы һөйөүе Призы -“Урал-батыр”спектакленә бирелде (В.Аношкин, реж.-И.Әлмөхәмәтов) Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры. Башҡортостандың Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Республика ойошмаһының махсус призын А.Кузьменко "Хыялға ҡаршы " спектаклендәге Саша роле өсөн Ринат Баймырҙинға тапшырҙы.

“Иң яҡшы сценография” - Рифҡәт Арыҫланов «Урмандарға керһәң» (Ә.Ғаязов), “Салауат Юлаев” (З.Исмәғилев) спектаклдәре өсөн.

“ Иң яҡшы музыкаль биҙәлеш” - Илшат Яхин “Хыялға ҡаршы” (А.Баймөхәмәтов, А.Ишбулдина) спектакле өсөн.

“Иң яҡшы ир-егет роле” - Айрат Фәтихов “Башмағым” (Х.Ибраһимов) спектаклендәге Кәрим бай роле өсөн - Өфө «Нур» Татар дәүләт театры.

“ Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” - Залина Сөләймәнова «Йәнкиҫәк» (Т.Килмөхәмәтов, реж.И.Ҡаҙаҡбаев) спектаклендәге Миңйыһан роле өсөн - А.Мөбәрәков ис. Сибай Башҡорт дәүләт драма театры.

Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” - Радик Ғәлиуллин - “Ерҙәштәр” (М.Кәрим) спектаклендәге Ҡорбанғәли роле өсөн.

Икенсе пландағы иң-яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” - Зиләрә Юлтаева “Люксембургкҡа барып ҡайтҡансы …” (М.Ҡунафин) спектаклендә Гөлнәзирә роле өсөн- Стәрлетамаҡ ТКБ.

Тәнҡитселәр коллегияһының махсус призы - “Башмағым” (Х.Ибраһимов, реж. Б.Ибраһимов) спектакленә - Өфө «Нур» Татар дәүләт театры.

Махсус призға лайыҡ булыусылар:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры – “ Милли музыка традицияларын һаҡлағаны өсөн, Башҡорт дәүләт Ҡурсаҡ театры - "Урал-Батыр" эпосын юғары художестволы кимәлдә кәүҙәләндергәне өсөн (В.Аношкин, реж.И.Әлмөхәмәтов), “ Ай тотолған төндә» (М.Кәрим, реж. М.Күлбаев) - Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры - Башҡортостан тетр эшмәкәрҙәре союзының махсус призына лайыҡ булды. Фестиваль Дипломы менән - БР-ҙың Республика рус академия драма театры спектакле - “Акбузат. Белый конь. Златая птица” спектакленең балет труппаһы бүләкләнде.

Приздарҙы һәм бүләктәрҙе Фестиваль директоры, БДАДТ-ның художество етәксеһе Олег Ханов, Профсоюздарҙың Республика комитеты рәйесе Александр Кузьменко, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев, тәнҡитселәр коллегияһы рәйесе Валентина Федорова (Мәскәү), коллегия ағзалары: Евгения Розанова (Мәскәү), Айһылыу Сәғитова, Динә Дәүләтшина, Рида Буранова , шулай уҡ республикабыҙҙың киң билдәле ижадсылары: композитор Рим Хәсәнов, кинорежиссер Айнур Асҡаров, артистар - Эльвира Юнысова, Рушана Бабич, рәссам Игорь Тонконогий тапшырҙы.

Фестивалде ябыу тантанаһы башҡорт һабантуйы формаһында ҡуйылғайны һәм унда төрлө «йәйләүҙәрҙән ырыуҙаштар» - театрҙар саҡырылды.

Бүләкләүҙәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары башҡарыуында төрлө театраль сәхнәләр һәм Өфө театрҙарының музыкаль номерҙары менән үрелеп барҙы. Өфө «Нур» татар дәүләт театры « Башмағым»дан өҙөк уйнаһа, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сағыу «Аулаҡ өй» бейеүен бүләк итте. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солистары Алиса Алексеева һәм Данир Тимербулатов, Республика рус дәүләт драма театры артистары Михаил Павлов менән Нурзидә Абизова «Акбузат. БЕЛЫЙ КОНЬ. ЗЛАТАЯ ПТИЦА» спектакленән Һәүбән һәм Нәркәс йырын башҡарҙы. Тантана һуңында «Театр яҙы - 2017» Республика фестиваленең гимны (З.Баймырҙина һүҙҙәре, У.Иҙелбаев музыкаһы) яңғыраны.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb