Өфөлә «Башҡорт йыры-2018» телевизион конкурсының Гала –концерты үтә

Өфөлә «Башҡорт йыры-2018» телевизион конкурсының Гала –концерты үтә

30 ноябрҙә һәм 1 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры-2018» телевизион конкурсының лауреаттары һәм финалистары ҡатнашлығында гала-концерт үтәсәк. Шулай уҡ, сарала Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары ҡатнашасаҡ.

Ете йыл эсендә телепроектта биш йөҙҙән ашыу йырсы ҡатнаша. Быйыл илле кеше үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдерә. Финалға яртыһынан күберәк йырсы барып етә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 18 – 40 йәшлек йырсылар, профессионалдар һәм үҙешмәкәрҙәр бер урынға йыйыла.

Конкурста ҡатнашыусылар өс һынау үтә. Улар башҡорт халыҡ, эстрада һәм ретро йырҙарҙы тамашасылар һәм баһалама ағзалары иғтибарына сығара. Гала-концерт программаһына иң көслө композициялар инә. Еңеүселәрҙе билдәле композиторҙар һайлай, шулай уҡ, Башҡортостан Юлдаш телеканалы сайтында онлайн-тауыш биреү ойошторола.

«Башҡорт йыры» – йылдан-йыл яңы таланттар аса. Гала-концерттың телеверсияһын Яңы йыл кисендә, 31 декабрҙә, Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb