Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән китап йыйыу буйынса акция бара

Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән китап йыйыу буйынса акция бара

Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән китап йыйыу буйынса акция иғлан ителде. Акцияны ойоштороусы– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, йыйылған әҙәбиәт күрше Силәбе өлкәһенә, башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарға тапшырыласаҡ.

Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәүселәр, уҡыу әҙәбиәтендә ҙур мохтажлыҡ кисерә, башҡорт яҙыусы һәм шағирҙарының нәфис әҙәбиәте ла ҡабул ителә.

Баҫмалар Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 адресы буйынса урынлашҡан Халыҡтар дуҫлығы йортондағы 5-се бүлмәлә ҡабул ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb