Өфөлә Башҡортостан Башлығы грантына «Батша кәләше» операһы һәм «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ

Өфөлә Башҡортостан Башлығы грантына «Батша кәләше» операһы һәм «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ

 2017 йылда Өфөлә Римский-Корсаковтың «Батша кәләше» операһы һәм Владимир Купцовтың «Алһыу сәскә» балеты ҡуйыласаҡ. Ике спектакль дә республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ. Башҡорт опера һәм балет театры директоры Илмар Әлмөхәмәтов хәбәр итеүенсә, «Рус дуэты – опера һәм балет» проекты 13,5 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды.

«Батша кәләше» операһын ҡуйырға, өфөләргә «Орлеан ҡыҙы» постановкаһы буйынса таныш булған, режиссер Филипп Разенковҡа ышанып тапшыралар. Спектакль рәссамы Владислав Анисенков буласаҡ. Алдан опера йыш ҡына Өфө театры сәхнәһендә ҡуйыла. Әлеге постановканың премьераһы 2017 йылдың ноябренә планлаштырылған.

«Алһыу сәскә» балетының премьераһы ғәҙәттәгесә сентябрҙә уҙасаҡ Халыҡ-ара Аксаков байрамына арналасаҡ. Балет музыкаһы авторы – Мәскәү композиторы, Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы Владимир Купцов. Ул Бөрөлө тыуған, Өфөлә үҫкән – Н.Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбен һәм Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Өфө сәнғәт институтында композиторҙар бүлегендә профессор Евгений Земцовтың класында уҡый, һуңынан Мәскәүгә күсеп китә һәм П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында композиция буйынса профессор Тихон Хренниковта уҡыуын дауам итә. Тулыһынса уҡырға: http://www.bashinform.ru/bash/939402/#ixzz4UEFBRFhe

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb