Өфөлә “Башҡортостан беҙҙән башлана”, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы үтте

Өфөлә “Башҡортостан беҙҙән башлана”, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы үтте

"Аманат" балалар журналы редакцияһы Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны. Конкурстың тәүге өлөшө үткән йыл аҙағында тамамланды.

Күптән түгел “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт, “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләренең еңеүселәрен тәбрикләү һәм бүләкләү тантанаһы Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының матур Аҡ залында үтте.

Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йыйылған еңеүселәр – уҡыусы балаларҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен – ҡотларға оло әҙиптәребеҙ, мәртәбәле ҡунаҡтарыбыҙ килгәйне: Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, Мостай Кәримдең ҡыҙы – Әлфиә Кәримова, “Аманат” журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, сатирик Марсель Сәлимов, яҙыусы, шағирә, Салауат Юлаева ордены кавалеры Гөлнур Яҡупова, танылған шағир Салауат Әбүзәров, һ.б. 

– Ижадты яратҡан, матурлыҡҡа ынтылған балаларға Мостай олатайығыҙҙың бүләге итеп ҡабул итегеҙ, – тип, Мостай Кәрим исемендәге фонд рәйесе Әлфиә Мостай ҡыҙы еңеүселәрҙең барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләктәрҙең дә ниндәйе бит әле – ноутбук, планшеттар, электрон китаптар, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре һәм М. Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәровтың үҙ ҡулдарынан автографлы китаптарын алыу – уҡыусы өсөн мәңге онотолмаҫ, ғүмерлек иҫтәлектер. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүсе балалар йөрәгенә шатлыҡ нуры сәсеүсе был сара барыһы өсөн дә ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb