Өфөлә «Башҡортостан ере яҙыусылары» тигән белешмә-китап баҫылып сыҡты

Өфөлә «Башҡортостан ере яҙыусылары» тигән белешмә-китап баҫылып сыҡты

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә «Башҡортостан ере яҙыусылары» тигән белешмә-китап донъя күрҙе. Китаптың төҙөүселәре — Р.Н. Байымов, Г.Н. Гәрәева, Р.Х. Тимерғәлина урта быуаттарҙан алып беҙҙең көндәргәсә яҙыусылар хаҡында мәғлүмәттәр туплаған. Белешмәлә авторҙарҙың ҡыҫҡаса биографияһы, ижады, төп әҫәрҙәре исемлеге урын алған. Шулай уҡ яҙыусының башҡа телдәрҙән тәржемә иткән әҫәрҙәре, уның ижады тураһында әҙәбиәт билдәләнгән.

«Башҡортостан ере яҙыусылары» библиографик белешмәһе милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт проблемалары менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән. Уның төп маҡсаты — авторҙың әҫәрҙәре исемлеге менән генә таныштырыу түгел, ошо әҫәрҙең әҙәбиәтебеҙгә индергән өлөшөн билдәләү. Шуға күрә белешмә менән әҙәбиәтсе-ғалимдар ҙа, тарихсылар ҙа файҙалана ала. Ул студенттарҙың, уҡытыусыларҙың, китапхана хеҙмәткәрҙәренең өҫтәл китабына әйләнергә тейеш.

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb