Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль сиктәрендә Иглин районының презентацияһы үтте

Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль сиктәрендә Иглин районының презентацияһы үтте

23 ноябрҙә Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль сиктәрендә Иглин районының презентацияһы үтте. Марафон республиканың муниципаль берәмектәренә 100 йыл тулыуға арналды. Ойоштороусылар: Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, муниципаль берәмек хакимиәттәре.

Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында райондың халыҡ ижады күргәҙмәһе тәҡдим ителде.

Филармонияһының ҙур залында Иглин районы тураһында фильм күрһәтелде. Иглиндар данлыҡлы яҡташтары менән ғорурлана ала:  улар араһында шағирә һәм драматург, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлисә Мөҙәрисова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Әнисә Дилмөхәмәтова, билдәле дирижер Александр Вакульский,  рәссам, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Анатолий Романов, РФ һәм бр Журналистар союзы ағзаһы Геннадий Зайцев һәм башҡалар.

Тамашасылар өсөн бейеү, театр һәм фольклор коллективтары, өлгөлө һәм халыҡ ансамбле ҡатнашлығындағы концерт программаһы тәҡдим ителде. Театрлаштырылған тамаша аншлаг менән үтте.

Фестивалде йомғаҡлап Иглин районы башлығы Ғафуан Шәйхетдинов штандартты Дәүләкән районы Хакимиәте башлығы Ильгиз Мөхәмәтйәновҡа тапшырҙы.

27 ноябрҙә Дәүләкән районы оҫталары Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb