Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестивале сиктәрендә Балтас районы презентациялана

Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестивале сиктәрендә Балтас районы презентациялана

Өфөлә «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафоны дауам итә. 18 майҙа Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында  Балтас районы вәкилдәренең сығышы көтөлә.

Программала район тарихы һәм уның күренекле шәхестәре тураһында күргәҙмә, районда етештерелгән тауар һәм әйберҙәр күргәҙмәһе, райондың ижади эшмәкәрҙәре һәм башҡарыусылары концерты ҡаралған.

Район уңғандары етештергән продукцияны һатыу-күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, сара райондағы иң яҡшы коллективтарҙың концерты менән дауам итә. Инеү ирекле.

Форум Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған. Марафон барышында штандарт эстафета кеүек бер райондан икенсеһенә тапшырыла. Шул рәүешле, 2019 йылдың аҙағына хәтлем Өфө сәхнәләрендә республиканың бөтә муниципаль берәмектәре үҙ районы менән таныштыра.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb