Өфөлә Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре Союзының 80 йыллыҡ юбилейына арналған оло байрам үтте

Өфөлә Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре Союзының 80 йыллыҡ юбилейына арналған оло байрам үтте

Кисә, 29 октябрҙә Б.Йосопова исемендәге актерҙар йортонда Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре Союзы 80 йыллыҡ юбилейына арналған оло байрам үтте.

Республикабыҙҙың бөтә театрҙары ҡатнашлығындағы байрам күтәренке рухта барҙы. Был көндө Театр Эшмәкәрҙәре Союзын Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Александр Еремеев, Татарстан театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары, М.Сәлимжәнов исемендәге Актерҙар йорто директоры Эльмира Фәтхуллина, Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Ғәбитов ҡотланылар.

Республикабыҙҙың театр ойошмаһында бөтәһе 429 СТД вәкиле иҫәпләнә. Барлыҡ театрҙарҙы берләштергән байрам иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb