Өфө ҡала Хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡала урамдарының береһенә Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Кәримова исеме биреләсәк.
Баш ҡаланың Киров йәки Ленин районындағы яңы урамдарҙың береһенә исем биреү өсөн варианттар ҡарала.
Мәғлүмәт өсөн: Рәсимә Сәғит ҡыҙының эшмәкәрлеге Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған. Республика телевидениеһында «Яңылыҡтар» программаһы, ижтимағи-сәйәси, нәфис-әҙәби тапшырыуҙар алып барыусыһы тиҙ арала телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулай.
Рәсимә Сәғит ҡыҙы Учалы районының Туңғатар ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова башҡорт телевидениеның тәүге дикторы. 30 йыл ғүмерен яратҡан эшенә арнай.
Меңләгән тамашасы уны "Панорама", "Яңы йыл уттары", "Биш йыллыҡ аҙымдары", "Сәнғәт оҫталары", "Йыл миҙгелдәре", "Беҙҙең замандаш" тапшырыуҙарын, байрам демонстрацияларынан репортаждар алып барыусы булараҡ белә.
Ике телдә лә тапшырыуҙар алып барған РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова телевидениеға 30 йыл ғүмерен арнаған. Уның тауышын, йөҙөн һәм йылмайыуын республиканың һәр кешеһе белә.