Өфөлә «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тамаша көтөлә

Өфөлә «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тамаша көтөлә

23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республиканың 100 йыллығына арналған «Башҡортостан тураһында поэма» исемле тантаналы концерт уҙасаҡ.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, концерт шиғри формала төҙөлә һәм бер нисә блоктан тора. Шулай уҡ лазер шоуы һәм Башҡортостан тураһында ролик күрһәтеләсәк.

Сарала Ф.Ғәскәров исемендәге ансамбль, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Башҡорт опера һәм балет театры солистары, Милли симфоник оркестр, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһы сығыш яһай. Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Алһыу Сафина, Роберт Юлдашев, Радик Юлъяҡшин, «Голос» шоуы финалсылары Рушана Вәлиева, Наҙгөл Отузова ҡатнашасаҡ.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb