Иртәгә, 20 декабрҙә Өфө художество галереяһында «Республиканың ойошторолоуы» республика күргәҙмәһе асыла. Сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлана. Күргәҙмә 2018 йылдың 9 февраленә тиклем дауам итә. Адресы: Революция урамы, 34.
Экспозицияла һынлы сәнғәт, скульптура, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре тәҡдим ителәсәк. Проектта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Межгорье, Ишембай, Бөрө, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары рәссамдары ҡатнаша.
«Күргәҙмәләге барлыҡ әҫәрҙәр ҙә ошо тарихи осорҙо сағылдырмай. Күп кенә рәссамдар үҙҙәренең картиналарын тыуған яғына, милли йолаларға, төрлө халыҡтарҙың рухи мираҫына арнаған», — тип хәбәр итте проект ойоштороусылар.
«Республиканың ойошторолоуы» күргәҙмәһе Башҡортостан рәссамдарын мөһим тарихи датаны билдәләүгә әҙерлектең беренсе этабы булып тора. Ҡайһы бер тематик әҫәрҙәр «Ҙур Волга XII» һәм «Урал XII» төбәк-ара һынлы сәнғәт күргәҙмәләренә ҡуйыла. Күргәҙмәләрҙе 2018 йылда Рәсәй төбәктәрендә уҙғарыу күҙаллана.