Өфөлә «Башҡортостандың 100 шәхесе” исемле конференция үтте

Өфөлә «Башҡортостандың 100 шәхесе” исемле конференция үтте

Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Республика Милли музейы «Башҡортостандың 100 шәхесе”исемле конференция уҙғарҙы.

 Был сара Башҡортостан милли автономияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған. Тарихтан билдәле булыуынса, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа Башҡорт мәркәз шураһы фарманы менән Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. Уға ярашлы, айырым Хөкүмәт, парламент һәм армия ойошторола, дәүләт символдары ҡабул ителә.

Республика Милли музейы етәксеһе Ғәли Вәлиуллин әйтеүенсә, был конференция бөтә ил кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан автономияһы Рәсәй автономияһына ла нигеҙ һала. Башҡортостан автонмияһы 1917 йылда иғлан ителһә лә, яңы ойошторолған Совет Хөкүмәте уны рәсми рәүештә ике йылдан һуң ғына таный.

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында" килешеүгә ҡул ҡуйыла. Шуға был дата Башҡортостан Республикаһы тыуған көнө тип билдәләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb