Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар

Хәтер кисәһе Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында уҙҙы. Сараға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, билдәле пианист һәм педагог Светлана Хәмиҙуллинаның  уҡыусылары һәм коллегалары, Өфөнөң музыкаль белем биреү йорттары студенттары һәм уҡыусылар йыйылды.

Светлана Хәмиҙуллина талантлы пианистка ғына түгел, ә Нариман Сабитов исемендәге конкурс һәм фортепиано музыкаһы фестивале кеүек мөһим сараларҙың ойоштороусыһы ла була. 1990 йылдан ул һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Яңы исемдәр» хәйриә программаһына етәкселек итә.

Кисә Светлана Ғәли ҡыҙы кешеләр йөрәгендә ҡалдырған яҡтылыҡты һынландырған хәтер шәмен тоҡандырыуҙан башланды. Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә: «Светлана Ғәли ҡыҙының исеме йәш таланттарға ярҙам итеү һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙың ысын ҡиммәттәрен үҫтереү эше менән бәйле. Ул дәүләт кимәлендәге шәхес ине».

Билдәле сәнғәт әһеле тураһында бик күп йылы иҫтәлектәр яңғыраны: хеҙмәттәштәре, студенттары һәм ул үткәргән конкурстарҙан үҫеп сыҡҡан танылған музыканттар хис-тойғоларын һүҙ менән генә түгел, йыр һәм музыка аша ла еткерҙе. Бер туған апаһы Наилә Хәмиҙуллинаның сығышы айырыуса тулҡынландырғыс булды. «Светлана Ғәли ҡыҙы башлаған эштәр әле лә йәштәргә оло музыка донъяһына сығырға ярҙам итә», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды кисәлә ҡатнашыусылар.

Концертта шулай уҡ Сергей Рахманиновтың әҫәре яңғыраны. Уны  Башҡортостандың халыҡ артистарынан торған дуэт – БР-ҙың Дәүләт академия симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин (кларнет) менән БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова башҡарҙы.

«Светлана Ғәли ҡыҙы башҡорт музыкаһын танытыуға һәм һәләтле йәштәргә ярҙам итеүгә ҙур көс һалды. 2018 йылдан алып беҙ уҡыусы балалар араһында Светлана Хәмиҙуллина исемендәге башҡорт фортепиано музыкаһы конкурсын уҙарабыҙ. Быйыл көҙ беҙ шулай уҡ профессиональ музыканттар араһында уның исемен йөрөткән халыҡ-ара конкурс үткәрәсәкбеҙ, өсөнсө турҙа конкурсанттар оркестр менән сығыш яһаясаҡ», – тине министр һәм, сараны йомғаҡлап, Заһир Исмәғилевтың әҫәрен роялдә башҡарҙы.

Кисәне Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, музыка белгесе һәм журналист Ләйлә Аралбаева алып барҙы.

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар
Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Светлана Хәмиҙуллинаны иҫкә алдылар

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb