Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан күргәҙмә асылды

Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың 70 йәшлек юбилейы уңайынан күргәҙмә асылды

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Өфөлә художество галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Әнүәр Кашаевтың шәхси күргәҙмәһе асылды.

Ике залда урынлашҡан экспозицияларҙа пейзаждар һәм графика оҫтаһының төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре урын алған.

Танылған рәссам Әнүәр Кашаев бар булмышы менән тәбиғәт балаһы. Ошо көндәрҙә 70 йәшен тултырған ижадсының илһам шишмәләре тыуған яҡтары - Федоровка районының Аҡбулат ауылына барып тоташа. Тыуған ауыл, күркәм тәбиғәт күренештәре, атаһы менән әсәһе һәм күмәк туғандары - әҫәрҙәренең төп темаларын рәссам алыҫтан эҙләмәй. Тыуған еренә булған ҡайнар һөйөүен ул ғүмерлеккә йөрәк түрендә йөрөтә.

Әнүәр Кашаевтың ижад өлгөләре Өфө һәм Мәскәү музейҙарында, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. Әлеге күргәҙмәгә Мәскәүҙең Мәржәни фондында һаҡланған бер-нисә картинаһы, шул иҫәптән бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға арналған әҫәре махсус килтерелгән. Фәлсәфәүи мәғәнәле һәм моң-һағышлы картиналар тиҫтә йылдар дауамында төрлө быуын сәнғәт һөйөүселәрен арбай.

Өфө художество галереяһында Әнүәр Кашаевтың юбилей күргәҙмәһе апрель башына тиклем эшләй. Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнгән тантаналы көндәрҙә күренекле рәссам һынлы сәнғәт һөйөүселәргә ошондай күркәм бүләк тәҡдим итә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb