Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов донъя ҡуйған

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Сәйетов донъя ҡуйған

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Илдар Сәйетов донъя ҡуйған. 

Илдар Сәйетов 1957 йылдың  25 ғинуарында Баҡалы районы Баҡалы ауылында тыуған. 1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, шул уҡ йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры труппаһына ҡабул ителә.

Сәхнәлә бихисап сағыу ролдәрҙә уйнаған, улар араһында: Адвокат Нагело («Илай белмәгән ҡатын» — Филиппо Э. де); Андрей («Апалы-һеңлеле өсәү» — Чехов А. П.); Буштец («Рядовойҙар» — Дударев А.); Великатов («Таланттар һәм табыныусылар» — Островский А. Н.); Вилдан («Бибинур, аһ, Бибинур!» — Бүләков Ф.); граф Федерико («Бесән өҫтөндәге эт» — Вега Л. де); капитан Казарян («Ярлыҡау» — Кәрим М.); Ҡудашев («Һуңғы патриарх» — Абдулин А.); Ҡудашев («Ун өсөнсө председатель» — Абдуллин А.); Кудимов («Өлкән улым» — Вампилов А. В.); Тимербай («Эх, Байтимер дуҫ!» — Кинйәбәев Р.); Толпар («Ҡанатланып ос һин, Толпарым!» — Бүләков Ф. М.); Ялсығол («Ай тотолған төндә» — Кәрим М.).

Илдар Сәйетовтың һуңғы йылдарҙағы сағыу эштәре тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды: Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Вольф Карлович Лейбе, Ҡадир Даяндың «Гөлбостан» спектаклендә Көҫәпҡол һәм башҡалар.

Илдар Сәйетов — халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb