15 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының Бәләкәй залында билдәле опера йырсыһы Светлана Арғынбаеваның юбилейы билдәләнә. Артистка Баязит Бикбай менән Заһир Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында Шәмсиә ролен башҡарасаҡ.
Светлана Роберт ҡыҙы Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән. 1993 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын «яңғыҙ йырлау» һөнәре буйынса тамамлаған. 1993 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһында эшләй.
1994-1997 йылдарҙа йырсы Италияның Озимо ҡалаһында Опера сәнғәте академияһында маэстро Марио Меланиҙа стажировка үтә. Серджо Сегаллини (Франция) менән Раина Кабайванскиҙан (Болгария) оҫталыҡ дәрестәре алған. 2000 йылда Италияның Пезаро ҡалаһында Дж. Россини исемендәге Академияла стажировка үткән.
«Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында тамашасыларҙы иҫ киткес сюжет, нескә юмор, дәртле музыка һәм иҫ киткес актерҙар составы көтә. Эльвира Алькина – Наза, Әлим Ҡәйүмов –Басира, Фәнәүи Сәлихов – Яппар, Артур Кәйепҡолов мулла ролен башҡара.
Спектакль Марат Әхмәт-Зарипов етәкселегендәге оркестр оҙатыуында бара.
Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының матбуған хеҙмәте.