30 ғинуарҙа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға бағышланған «Фатихамды бирәм һиңә» тигән түңәрәк өҫтәл уҙа. Сараны Башҡортостандың Милли әҙәби музейы ойоштора.
Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районының Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. 1972 йылдан – «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында, 1979 йылдан «Пионер» журналы редакцияһында эшләгән. 1991 йылдан – «Аҡбуҙат» журналының беренсе баш мөхәррире. Ул 25-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу йыйынтыҡ авторы. Китаптары башҡорт, рус, татар, төрөк телдәрендә донъя күрҙе.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай менән Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, яҙыусылар һәм шағирҙар Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Миңлегөл Хисамова, әҙәбиәтселәр ҡатнашасаҡ.
«Фатихамды бирәм һиңә» түңәрәк өҫтәле сиктәрендә Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тормошона һәм ижадына арналған ошондай уҡ исемле күргәҙмә тәҡдим итәсәк.
Экспозицияла Әҙәби музей фондынан авторҙың документтары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм китаптары урын ала. Был материалдар Факиһа Туғыҙбаеваның тормош юлын, уның шиғри мираҫын һәм башҡорт шиғриәтен үҫтереүгә индергән өлөшөн тәрәнерәк аңларға ярҙам итәсәк.
– Бындай саралар мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа һәм әҙәбиәтте, айырыуса авторҙарҙың әҫәрҙәрен популярлаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Күргәҙмә һәм түңәрәк өҫтәл күренекле шәхестең ижадын тикшереү һәм артабан өйрәнеү өсөн бик яҡшы майҙансыҡҡа әйләнәсәк, – тип билдәләй ойоштороусылар.
Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 2.
Белешмә өсөн телефон: 8-937-35-20345, Луиза Алмас ҡыҙы Хажиева, күргәҙмә бүлеге мөдире.