25 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә була.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәте тарихында айырым бер урын биләй. Үҙенең ижадында ул тормош мәғәнәһе, халыҡтың тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше, туған тел һәм мәҙәниәт хаҡында уйланды, йыш ҡына башҡорт халыҡ-шиғриәт ижадына мөрәжәғәт итте. Шағир нәфис тәржемә оҫтаһы булараҡ та билдәле.
2022 йылда республика Башлығы указы менән Башҡортостанда шағирҙың 90 йыллығы билдәләнә. Республикала Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы ошо әһәмиәтле дата менән тап килде. Шиғриәт һөйөүселәрҙең, уның үлемһеҙ ижадын һөйөүселәрҙең йөрәгендә халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың исеме мәңге йәшәй.
“Телмәр яңғырағанда...” тип аталған кисәлә республиканың танылған артистары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙарына һәм поэмаларына талантлы башҡорт композиторҙары Рафиҡ Сәлмәнов, Роза Сәхәүетдинова, Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов, Хөсәйен Әхмәтов һәм Байрас Абдуллин ижад иткән йырҙар яңғыраямаҡ. Был кистә сәхнәнән бөйөк рус шағирҙарының Рәми Ғарипов тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән шиғырҙары ла яңғырар.
Кисәнең режиссеры - Сулпан Асҡарова, сценарий авторы - Гөлсәсәк Саламатова. Тамаша 19 сәғәттә башлана.