Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ижад кисәһенә саҡыра

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ижад кисәһенә саҡыра
Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбай ижад кисәһенә саҡыра. Сара яҙыусының 75 йәшлек юбилейына бағышланған. Әҙәби-музыкаль кисә йома, 21 октябрҙә, Актерҙар йортонда уҙа.

Кисәлә шағир үҙенең яңы лирик-фәлсәфәүи шиғырҙарын һәм робағиҙарын уҡыясаҡ. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов, шағирәләр, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева һәм Лариса Абдуллина, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов ҡатнаша. Ҡәләмдәш дуҫын ҡотларға Ҡазандан Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин килә.

Башҡортостандың халыҡ артистары Ишморат Илбәков һәм Рәсүл Ҡарабулатов ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнаясаҡ. Популяр музыкант һәм йырсы Радик Динәхмәтов Ҡәҙим Аралбайҙың ғәрәп теленән тәржемәләгән Һалдат бәйетен башҡарасаҡ.

Кисәне Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, шағирҙың яҡташы Хөрмәтулла Үтәшев алып бара. Юбилейға яҙыусының яҡташтары — Хәйбулла районы вәкилдәре, шулай уҡ Һамар өлкәһенең башҡорт диаспораһы вәкилдәре килә. Яҙыусының ғаилә ағзалары һәм туғандары ла сығыш яһай. Кисә киске сәғәт 7-лә башлана, инеү ирекле.

Ҡәҙим Аралбайҙың тәүге шиғырҙары 1963 йылда «Ленинсы» гәзитендә донъя күрә. Шул ваҡыттан алып бына 50 йылдан ашыу ул әүҙем яҙышыусы авторҙарҙың береһе — шиғри һүҙ оҫтаһы. Шағирҙың «Утлы кисеүҙәр» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы 1975 йылда баҫыла. Шунан бирле Ҡәҙим Аралбайҙың ундан ашыу шиғырҙар һәм поэмалар, проза һәм башҡорт фольклоры буйынса тикшеренеүҙәр йыйынтығы, шулай уҡ һайланма әҫәрҙәренең ике томлығы донъя күрҙе. Ҡәҙим Аралбайҙың юбилейына «Китап» нәшриәтендә башҡорт телендә «Йыр йылыһы» исемле китап сыҡты.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов.


 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb