Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу уҙа

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу уҙа

16 мартында Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай менән осрашыу үткәрә.

Ҡәҙим Аралбай – Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, шулай уҡ бик күп әҙәби премиялар лауреаты, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1967 йылдан - КПСС, 1978 йылдан - СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Сара программаһында – киҫкен сюжетлы «Ырыҫ» повесының исем туйы һәм  фекер алышыу.

Осрашыуға «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шағирә һәм журналист Зөһрә Ҡотлогилдина, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, журналист Фәрит Фәтҡуллин һәм башҡалар саҡырылған.

Әҙәби сара көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb