Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов: “Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһенең М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт акаедмия драма театрында үтеүе осраҡлы түгел, драматургтың 11 әҫәре Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Киләсәктә ла Атнабай пьесалары театр репертуарҙарында барасаҡ, сөнки уның шиғырҙары, һәр әҫәре – йәшәү һәм мөхәббәт тураһында” – тине һәм халыҡ шағирының яҡташтарына рәхмәт белдерҙе.