Ошо шәмбе һәм йәкшәмбе 16-17 декабрь көндәре Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә Николай Римский-корсаковтың «Батша кәләше» спектакленең премьераһы үтте. Премьерала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов булды.
Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы -башҡорт операһының баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Артем Макаров һәм театрҙың баш режиссеры, халыҡ-ара конкурс лауреаты Филипп Разенков.
Әҫәрҙе художество яғынан биҙәлеш өҫтөндә Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Удмуртияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Владислав Анисенков һәм Ирина Вторникова эшләгән. Хормейстер – халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Александр Алексеев, хореограф – Таьяна Безменова.
Марфаның партияһын «Алтын битлек» Рәсәй Милли театр премияһы һәм «Онегин» милли опера премияһы лауреаты, музыкаль династия вәкиле Дилара Иҙрисова башҡарҙы.
Любаша ролен – бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Любовь Буторина, Иван Лыковты халыҡ-ара конкурстар лауреаты Артем Голубев башҡарҙы. Грязныйҙың ролен уйнау өсөн Өфөгә Свердловск өлкәһе губернаторы премияһы лауреаты, Ҙур һәм Мариин театрының саҡырылған солисы Алексанлр Краснов килде. Бомелия ролендә – бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Владимир Орфеев сығыш яһаны, Малюта Скуратов – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Онегин» премияһы лауреаты Артур Ҡәйепҡолов, Василий Собакин – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Геннадий Родионов.