Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был көндө Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумы барышында «Евразия йөрәге»ндә «Славян баҙары» фестивале уҙҙы.
— Славян баҙары»нан сәләм менән үҙемдең белорус йырҙарына попурри әҙерләнем, улар халыҡсан, йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, тормошта иң мөһиме — мөхәббәт тураһында. Һеҙҙең өсөн махсус бүләгем дә бар — композиторығыҙ Урал Рәшитовтың йыры. Белеүемсә, был йырҙы Башҡортостанда бик яраталар. Уны белорус һәм башҡорт телдәрендә йырлайым, — тине артистка.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында «Славян баҙары» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәре осрашты. Программаның был өлөшөндә Белоруссияның һәм Рәсәйҙең билдәле сәнғәт оҫталары — төрлө йылдарҙа уҙған «Витебскиҙа Славян баҙары» фестивале лауреаттары һәм еңеүселәре Евгений Гор, Руслан Алехно, Алёна Ланская, шулай уҡ махсус ҡунаҡтар — «Песняры» ансамбле һәм Ингушетия Республикаһының халыҡ артисткаһы Таисия Повалий сығыш яһаны.
«Рәсәй һәм Беларусь» вокаль-хореография композицияһы башҡорт һәм белорус артистарының сағыу хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Был йырҙы Артем Поминов һүҙҙәренә Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Тимур Рамазанов ижад иткән. Ирина Дорофеева һәм Тимур Рамазанов башҡарыуындағы йыр байрамда тәүге тапҡыр яңғыраны.